Был әйтем ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүселәргә туранан -тура ҡағыла. Ураҡ тамамланыу менән аграрийҙар алдағы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә башланы. Ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау барышы менән БСТ хәбәрселе лә ҡыҙыҡһынды.
Тимер өйөмөн хәтерләткән трактор Башҡортостан ауыл хужалығы техникаһы предприятиеһының Шишмә филиалына килтерелгән. Механиктарҙың оҫта ҡулдары ярҙамында ул өр яңыға әйләнгән.
Трактор бында МТЗ-80 маркировкаһы менән килһә, гараждан 82.1 модификацияһы менән сыға. Беларусь тракторҙарын модернизациялау эше цехта күптән алып барыла. Иҫкене яңыртыу ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә аҡса яғынан экономия. Ошо маҡсатта дәүләттән субсидия ла бүленә.
Беларустан башҡа Кировец һәм Т-150 тракторҙарын да бында киренән һүтеп йыйып камиллаштыралар. Шулай уҡ деталь һәм агрегаттарға капиталь ремонт эшләнә. Төп заказсылар республика фермерҙары, эре ауыл хужалығы предприятиелары. Яҙғы сәсеү башланғансы ауыл хужалығы машиналарын ремонтлап өлгөрөр өсөн эш ураҡ тамамланыу менән башлана.
Рәмилә Исмәғилева.




