Объективтар аҫтында

Өфө хирургтары робот ярҙамында бөйөргә онлайн оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Уның барышында яман шеште алып ташлауҙа хирургик алымдар күрһәтелде. Әмәлиәткә Мәскәү табиптары ла ҡушылды. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Баш ҡала менән бәйләнештә Мәскәү хирургтары. Бер үк ваҡытта ике операция бүлмәһендә лә бөйөргә әмәлиәт башлана. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында Да Винчи роботы ярҙамында Валентин Павлов яман шеште ҡырҡа. Шундай уҡ операцияны Мәскәүҙәге Бурназян исемендәге медицина үҙәгендә пофессор Эдуард Ғәлләмов яһай.

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының операция өҫтәлендә 55 һәм 61 йәшлек пациенттар. Уларҙа яман шеш Диспансеризация үткән ваҡытта асыҡланған.

Бөгөн беҙ Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы нигеҙендә эшләйбеҙ. Был операция бөйөргә теймәйенсә, ундағы яман шеште алыуға йүнәлтелгән. Әмәлиәттән һуң пациентты бөгөн-иртәгә өйгә ҡайтарырға ла мөмкин буласаҡ.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы 

Хирургтар араһында тәжрибә уртаҡлашыу һәм медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын камиллаштырыу маҡсатында операцияны онлайн күҙәтеү мөмкинлеге булдырыла. Әйткәндәй, был рәүешле оҫталыҡ дәресе Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында икенсе тапҡыр ойошторола. Уның видеотрансляцияһын республика һәм күрше төбәк табиптары ғына түгел, хатта сит ил хирургтары лә күҙәтте. Модератор булараҡ Германия һәм Ҡытай белгестәре сығыш яһаны.

Да Винчи роботы Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына ике йыл элек һатып алына. Был ваҡыт эседә меңдән ашыу әмәлиәт башҡарыла, ти клиника хеҙмәткәрҙәре.

Фото №1 - Объективтар аҫтында

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ