Йәмғиәт өсөн ҡаралған социаль проекттарҙы яҡлап еңеү яулаған өс ғаилә баш ҡалала бүләкләнде. Туймазы ҡалаһынан, Илеш, Бишбүләк райондарынан килгән парҙарҙың проекттары иң яҡшыһы тип табылды. Уларҙың шатлығын БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким уртаҡлашты.
«Атайҙар шишмәһе»н Сираевтар күңел йылыһын һалып төҙөкләндергән. Бында улар балалары, туғандары менән ял итә, рухи көс туплай. Изге шишмә эргәһендәге ял урыны ауылдаштарҙы һәм районда йәшәүселәрҙе битараф ҡалдырмай. «Атайҙар шишмәһе күптәрҙең яратҡан ял урыны.
«Атайҙар шишмәһе» проекты менән йәш ғаилә республикала ойошторолған «Өлгө ал!» конкурсына ғариза ебәрә һәм онлайн форматта сығыш яһай. Биш тиҫтәнән ашыу проект араһында улар еңеүселәр исемлегенә эләгә.
Әүҙем ғаиләләрҙең социаль проектын үҫтереүгә йүнәлтелгән бәйгелә өсөнсө урынды Илеш районында йәшәүсе Павловтар яулац. Улар ғаиләлә үҙ-ара мөнәсәбәтте нығытыу, айырылышыу осраҡтарын кәметеү буйынса саралар ойоштора.
Беренсе урынға Туймазынан килгән Хәбировтар ғаиләһе лайыҡ була. Улар мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү өсөн уҡыу үҙәген аса. Шулай уҡ ирекмән булараҡ социаль проекттар өҫтөндә эш алып бара.
Башҡортостанда «Өлгө ал» конкурсы 2018 йылдан алып үткәрелә. Тырыш, әүҙем, социаль проекттар өҫтөндә эшләгән ғаиләләр араһында еңеүсене билдәләү өсөн быйыл илленән ашыу ғариза ҡабул ителде. Өфөлә ойошторолған бүләкләү тантанаһында призлы урынға лайыҡ булған өс ғаилә саҡырырла. Тап улар төрлө номинацияла иң яҡшыһы тип табылды.
Флорида Ким.




