Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһына 82 йәш тулған булыр ине.
Әҙиптең яҡындары, ижадташ дуҫтары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашлығында үткән сарала Рауил Бикбаев тураһында йылы һүҙҙәр әйтелде, шиғырҙарынан өҙөктәр яңғыраны. Башҡорт әҙәбиәте классигының исемен мәңгеләштереп әҙиптең исемен йөрөткән 102-се Башҡорт гимназияһында «Бикбаев уҡыуҙары» ойошторола, стела асыла. Ә киләсәктә республикала һәм тыуған яғы Ырымбур өлкәһендә парк, урамға шәхестең исемен биреү мәсьәләһе ҡарала.
Азат Ғәлиуллин.