«Тамыр» телеканалы һәм «Әсә йөрәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектәге проект беренсе тапҡыр үтте. Бишек йырҙары аша туған телгә, ғаилә ҡиммәттәренә һәм милли мәҙәниәткә иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо. «Башҡорт теле йылы» сиктәрендә республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Бишек» үҙен «Тамыр» телеканалының иң халыҡсан проекты итеп танытты. Аҙна һайын эфирға сыҡҡан ярты сәғәтлек программа ғаилә ҡиммәттәре, олатай-өләсәйҙәр мәктәбе, милләт данын арттырған кәсептәр тураһында. Тапшырыу конкурс рәүешле ойошторолоп, ике тиҫтәнән ашыу ҡатнашыусыны бергә йыйҙы. Улар проект маҡсатына ярашлы, өс төрлө номинацияла һынау тотто.
Телевизор ҡараусылар зәңгәр экрандар аша бишек яһаусылар һәм бала бәүелткәндә йырланған йырҙар менән танышты. Сәңгелдәк яһау оҫталығы проекттың төп биҙәге булғандыр. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә ул быуындан-быуынға тапшырылып килһә, икенселәр уны үҙҙәре биҙәкләп һырлай. Сәңгелдәкте боронғоса талдан үреүселәр ҙә, ағас ҡабығынан яһаусылар ҙа бар.
Конкурс Өфөлә Гала-концерт менән тамамланды. Проектты киләһе йыл ил кимәлендә ойоштороу теләге лә юҡ түгел. Сөнки сараның балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, ижади ҡарашын үҫтереүҙә, милли рух тәрбиәләүҙә роле ҙур.
Пандемияға бәйле, конкурс финалы тамашасыһыҙ үтте. Шулай ҙа тамашасылар гала концертты телевизион форматта ҡарай ала. 30 декабрҙә республиканың төп телеканалы эфирында...
Азат Ғәлиуллин.




