Башҡортса тәүгә ым-ишара хәрефтәре булдырылған

Ҡушымтаны презентациялау беҙҙең телеканалда тура эфирҙа күрһәтелгән «Башҡорт теле: яңы ҡараш» сараһында үтте. Унда башҡорт телен өйрәнеүгә бәйле мобиль ҡушымта, видео-дәрестәр, проекттар менән таныштырыу ойошторолдо.

Тәүге «Башҡорт ым-ишара теле» мобиль ҡушымтаһын төҙөүгә башҡорт дактиль алфавиты булдырыла. Унда 42 дактилдең яҙылышы һым ым-ишаралар ярҙамында күрһәтелеше бирелгән. Шулай уҡ һәр хәрефкә ҡарата һайланған һүҙҙәрҙең сурдотәржемәһен ҡарарға, рус һәм башҡорт телдәрендә нисек яңғырағанын ишетергә лә мөмкин.

Ҡушымтала 500-ҙән ашыу төп һөйләшеү конструкциялары бирелгән. Һәр тема сурдотәржемә һәм башҡорт, рус телдәрендә тауышландырыу ярҙамында тәҡдим ителә. «Башҡорт ым-ишара теле» мобиль ҡушымтаһын Apple Store һәм Google Play платформаларынан бушлай алырға мөмкин.

Ярты йыл һайын ойошторлған сарала башҡорт телендә барлыҡҡа килгән ҡушымталар презентацияһы үтте. Мәҫәлән, сентябрҙә «Эшлекле башҡорт теле» уҡыу әсбабының электрон варианты донъя күрҙе. Йыйынтыҡ документтар әҙерләү, тәржемә, рәсми һөйләү стилен үҙләштереүгә ярҙам итә. Туған телде һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан мәғариф майҙансыҡтары ла булдырылған. Интернет киңлектәрендә уҡытыу процессы ойошторолған. Курс тыңлаусылары яңы мобиль ҡушымта аша ла туған тел нескәлектәренә төшөнә. Шулай уҡ был юлы сарала медиа киңлектәрҙә башҡорт телендә ижад иткән блогерҙар бүләкләнде.

Әлфинә Килдейәрова.