Шаран районы Дүртөйлө урта мәктәбендә ошо ауылда тыуып үҫкән күренекле ғалим, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы ағзаһы Алексей Кондратьев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар, ауыл биләмәһе активистары ҡатнашты.
Таҡтаташты асыу хоҡуғы Шаран район советы депутаты Игорь Фәйзуллин менән уҡыу алдынғыһы Дарина Федотоваға бирелде. Алексей Кондратьев исемен йөрөткән мәктәп коллективы арҙаҡлы яҡташтарының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Мәктәптә ғалим исемендәге этнографик музей ҙа эшләй. Дүртөйлө мәктәбендә алты ауылдан 120 бала белем ала.
Гөлдәриә Йосопова.




