Был көндө билдәләү һәм 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү тәҡдиме менән Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһағайны. Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһала. Ул 19 сәғәттә башлана һәм БСТ каналында күрһәтелә. Шулай уҡ, баш ҡалабыҙҙа һәм республика буйынса төрлө саралар уҙа.





