Быйыл республикала яңы йыл майҙансыҡтары күберәк була

Быйыл республикала яңы йыл майҙансыҡтары күберәк була
Фото №1 - Быйыл республикала яңы йыл майҙансыҡтары күберәк була

Йәмәғәт биләмәләре ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙы иҫәпкә алып булдырылған. Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошоларҙы белдерҙе.

Быйыл республикала яңы йыл майҙансыҡтары күберәк була

Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында, шыршы байрамында әйлән-бәйлән уйнау тыйылды. Был бина эсендә үткәрелгән сараларға ла, урамда уҙғарылғандарына ла ҡағыла. Яңы йыл каникулдарында республикала 21 мең самаһы мәҙәни сара ойоштороу планлаштырыла. Уларҙың 9 меңе – онлайн, 12 меңе – офлайн үтә. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, байрамдарҙа мәҙәниәт учреждениеларының барыһы ла асыҡ була. Яңы йыл тамашалары теҙмәһе менән “Башҡортостан мәҙәниәте” порталында танышырға мөмкин.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ