Башҡортостан уҡыусылары Рәсәй Мәғариф һәм фән министрына һорау бирә ала

Бөгөн, 13 февралдә, Башҡортостан уҡыусылары Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы башлығы Ольга Васильеваға үҙенең һорауын бирә ала. Мәскәү ваҡыты буйынса 18.30 сәғәттә министр #VKLIVE ҡушымтаһында тура эфирға сығасаҡ.

Фото №1 - Башҡортостан уҡыусылары Рәсәй Мәғариф һәм фән министрына һорау бирә ала

Стримдың темалар үҙәгендә, әлбиттә, Берҙәм дәүләт имтиханы торасаҡ. Шулай уҡ мәғариф һәм фәнгә ҡағылышлы башҡа темаларға ла ҡағылып үтеү күҙаллана.

2017 йылдың көҙөнән Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы уҡыусылар, студенттар һәм ата-әсәләр менән аралашып эшләүҙә һәм тығыҙ бәйләнеш булдырыуҙа мөһим аҙымдар яһай. Ведомствола тура эфир майҙаны итеп “Бәйләнештә” социаль селтәре һайлап алынды. Ошо ваҡыт эсендә проектта федераль һәм төбәк университеттарының тиҫтәнән ашыу вәкиле ҡатнашып өлгөрҙө. Фәнни лекциялар #ЛекторийМинобрнауки хэштегы аҫтында уҙа.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ