Бөгөн – башҡорт теле көнө

Был дата Башҡортостан башлығы указына ярашлы, 14 декабрҙә, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә. Әлбиттә, телде һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар бер көн менән генә сикләнмәй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, уҡыу йорттары ярҙамында йыл буйы төрлө күләмле саралар ойошторолдо. Аҡмулла исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университеты ла ошо йәһәттән ҙур эштәр алып бара. Улар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙың тап Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәле янында башланыуы осраҡлы түгел, бөйөк мәғрифәтсенең тыуыуына бөгөн 189 йыл. Башҡорттарым уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк тип халыҡты аң-белемгә әйҙәгән шәхестең исемен хәҙер билдәле уҡыу йорто йөрөтә, уның исемендәге стипендия  булдырылған. Бөгөн уны йәштәргә тәүге тапҡыр Республика башлығы үҙе тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр исемлегендә – 15 студент, улар Башҡортостандың төрлө уҡыу йорттарында белем ала. Йәштәр әйтеүенсә, Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ булыу оло яуаплылыҡ, уны фән, белем хаҡына тырыш хеҙмәт менән генә аҡларға мөмкин.

Уҡыу йорто етәкселеге билдәләүенсә, педагогия университетында башҡорт телен өйрәнеү, үҫтереү буйынса төрлө платформалар эшләй, улар заман технологияларына нигеҙләнеп башҡарылған. Яңы проекттар төрлө быуындың ихтыяждарын иҫәпкә ала. Хатта, Башҡортостанда ситтә йәшәүселәрҙең мәнфәғәттәре лә күҙ уңында тотолған, республиканан ҡырҙа йәшәүселәр өсөн тәғәйенләнгән проект киләһе йылдың йәйендә ғәмәлгә индерелә.

Белгестәр әйтеүенсә, телде өйрәнеү, һаҡлау хаҡында һүҙ барғанда заман талаптарын күҙ уңында тотоу мотлаҡ. Интернет технологиялары киң мөмкинлектәр аса, бары тик уларҙы һөҙөмтәле ҡулланыу шарт.

Башҡорт теле көнө республикала бөгөн Башҡортостан башлығының указы ярашлы, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә. Әммә телде һаҡлауға, таратыуға, үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар дауамында барҙы. Һәм был эшмәкәрлектең төп маҡсаты булып йәш быуында тыуған телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу телде өйрәнеү алымдарын камиллаштырыу тора.

Фото №1 - Бөгөн – башҡорт теле көнө

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ