Башҡортостан башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәне туған телендә башлап, республика халҡын башҡорт теле көнө менән ҡотланы.
Радий Хәбиров белдереүенсә, был дата күптән түгел генә билдәләнә башланыуға ҡарамаҫтан, йәмғиәттә үҙ урынын яулап өлгөрҙө. Ошо осорҙа күп кенә саралар ҙа ойошторолған. Беҙ милли телдәрҙе өйрәнеүҙе камиллаштырыу өсөн гранттар булдырҙыҡ, был эш артабан да дауам итәсәк, тине республика башлығы.
Рәмзиә Кәримова.




