Киләсәктә башҡортса ым- ишара теле барлыҡҡа килә

Бөгөн «Яңылыҡтар»ҙың көндөҙгө эфиры сурдотәржемәсе Ирина Илтубаева ҡатнашлығында үтте. Һуңғы хәбәрҙәрҙе ул тура эфирҙа ым-ишаралар ярҙамында һөйләне. Өфө медицина колледжында эшләп һаңғырау студенттарға уҡытыусы һөйләнгәнде тәржемә итеүсе өсөн ярты сәғәтлек эфир тәүге тәжрибә. Әле бер төркөм белгестәр дактиль алфавит эшләгән.

Кириллицаға башҡорт телендәге хәрефтәр өҫтәлгән. Ләкин хәрефтәр барлыҡҡа килеүе башҡортса ла ым-ишара менән һөйләшеп була тигәнде аңлатмай. Әлегә сурдотәржемә рус теленә нигеҙләнеп алып барыла. Шулай ҙа ҡайһы бер русса тәржемәһе булмаған, башҡорттарға ғына хас һүҙҙәр өсөн сурдотәржемә талап ителә.

Башҡортостанда йәшәгән һаңғырауҙар башҡорт телен өйрәнергә теләй. Ә ҡайһы бер  башҡорт һүҙҙәрен ым-ишара менән еткереү бөтөнләй мөмкин түгел. Шуға 9 билдә булдырылды. Ишетмәгән кешеләргә беҙ киләсәктә башҡорт һүҙҙәрен ым-ишара менән әйтә алырбыҙ тип уйлайым.

Ирина Илтубаева, сурдотәржемәсе

Рәмилә Исмәғилева.