Башҡорт теле көнө республика мәғариф учреждениеларында ла дәррәү уҙҙы

Уҡыусылар класс сәғәттәрендә, асыҡ дәрестәрҙә телебеҙҙең бөгөнгөһө, киләсәге хағында фекер алышты. Өфө мәктәптәрендә был көндөң нисек билдәләнеүе тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Башҡорт теленән асыҡ дәрес. Мифтахетдин Аҡмулланың тормош фәлсәфәһенә арналыуы осраҡлы түгел. Бөгөн халҡыбыҙҙың данлы мәғрифәтсеһенең тыуыуына 189 йыл. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дауыт Шамғонов матур, йәнле һөйләшеүҙе шиғырҙар аша анлата. Һамар өлкәһе Ырғыҙ буйында тыуып-үҫкән замандашыбыҙҙың «башҡорт телен дәүләт теле» булараҡ уҡытыуҙа үҙ алымы бар.

Ә Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейында ла байрам рухы. Һәр класта тиерлек асыҡ дәрестәр үтте. Өлкән кластар халҡыбыҙҙың ҡаҙ өмәһен йолаһын өйрәнде.

Ә киләсәк тап үҫеп килеүсе быуында. Бишенсе класс уҡыусылары мәҫәлән, бөгөн асыҡ дәрес сиктәрендә умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ кәсебен өйрәнде. Ул йәнле уйын форматында алып барылды.

Ә инде бөгөнгө асыҡ дәрес донъя халыҡтары телендә яңғыраған Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын күмәкләп яттан һөйләү тамамланды.

Фото №1 - Башҡорт теле көнө республика мәғариф учреждениеларында ла дәррәү уҙҙы

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ