Төркиәнең Мардин ҡалаһында йәшәгән Эмин Хәмиҙи туған телебеҙҙе үҙаллы үҙләштерә. Ул YouTube каналында рус телендә дәрестәр алып бара. Башҡорт теле буйынса ла һабаҡ биреү ниәте бар. “Мин башҡорт теленә ғашиҡ”, - ти Эмин Хәмиҙи.
“Юлдаш” радиоһы “Башҡорт теле – донъя теле” тип аталған флешмоб ойошторҙо. Байтаҡ илдәрҙән видеояҙма ҡабул иттек. Улар менән “Бәйләнештә” социаль селтәрендә беҙҙең рәсми төркөмдә таныша алаһығыҙ.