Тел ғилеме буйынса тәүге эштәр ноябрҙә яҡланды. “Тиҫтә йылдар дауамында совет ултырышы уҙмағас, башҡорт теле буйынса күп проекттар ғәмәлдә булманы”, - ти филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллина.
Башҡорт дәүләт университетында фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ғилми хеҙмәттәр, диссертациялар яҡларға була. Был квалификациялы кадрҙар, яңы фән кандидаттары, яңы фән докторҙары әҙерләргә мөмкинлек бирә.





