Онкология менән сирләүселәр «Йоматау» шифаханаһында реабилитация үтә ала

Бының өсөн учреждениела заманса шарттар булдырыла. Шул уҡ ваҡытта сирлеләрҙе ҡымыҙ ярҙамында дауалау ҙа йылдам бара. Әлегә шифаханала һөт биҙҙәре яман шешенән һуң реабилитация үтеүселәр ҡабул ителә. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала

Һыҙмаларҙы хәҙер һынлы сәнғәт алмаштыра. Оҙаҡ йылдар инженер-конструктор булып эшләгән Галина Ивановна арт-терапия ярҙамында реабилитация үтә. Сағыу буяуҙар артында 71 йәшлек ханымды борсоған проблемалар йәшерелгән. Пенсионер һөт биҙҙәре яман шешенән дауалана. Сир барлығы йыл башында асыҡлана, ә ике аҙна элек Галина Ивановна операция үткәрә. Организмды тергеҙер өсөн, уға шифаханала ял итергә тәҡдим итәләр.

Миңә аэрофитотерапия ныҡ оҡшай. Төрлө үләндәрҙе һулап ял итәһең, көс туплайһың. Быға тиклем бер ҡасан да шифаханала ятҡаным булманы. Ҡымыҙҙы ла бында беренсе тапҡыр эсеп ҡараным.

Галина Стуканова

Яҡын арала Галина Ивановнаға химия терапияһы курсы үтергә кәрәк булыуы итимал, ти табиптар. Барыһы ла анализ һөҙөмтәләренән тора. Быйыл «Йоматау» шифаханаһында яман шешкә дусар булғандар өсөн медицина реабилитацияһын ойоштороу мөмкинлеге булдырыла. Әлегә учреждениела һөт биҙҙәре сире менән яфаланыусылар дауалау курсы ала. Пациенттарҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн төрлө алымдар ҡулланыла. Уларҙың береһе ҡымыҙ менән тергеҙеү. Эсемлек бында өс төрлө әҙерләнә.

Ҡымыҙ менән дауалау көнөнә өс тапҡыр ойошторола. Эсемлек иммунитетты күтәреү һәм сәләмәтлекте нығытыу сифатына эйә, тип билдәләй шифахана табитары.

Пациенттарҙы ҡымыҙ менән генә түгел башҡорт үләндәре менән дә дауалайҙар. Һәр сиргә айырым сәй төнәтмәһе тәҡдим ителә. Үлән сәйҙәре шешенеү һәм һыҙланыуҙарҙы бөтөрөргә ярҙам итә, ти белгестәр. Шулай уҡ реабилитация курсына лимфодренаж массаж да инә. Был процедура онкология менән сирләүселәрҙең ҡулдарында лимфаларҙы таратау өсөн кәрәк. Операция эҙҙәре уңалғандар  бассейнда йөҙә башлай.

Программаның төп маҡсаты операциянан һуң пациенттарға медицина реабилитацияһы күрһәтеү. Беҙҙең бурыс ауыр сир үткәргән кешеләрҙе тиҙерәк ябай тормошҡа ҡайтарыу.

Радмир Байназаров, онкореабилитация медицинаһы бүлеге етәксеһе

Киләһе йыл онкореабилитация бүлеген киңәйеү күҙаллана. Табиптар яман шештең башҡа төрө менән сирлеләрҙе ҡабул итә башлаясаҡ. Тәү сиратта ул тын юлдары һәм ашҡаҙан-эсәк тракты яман шеше менән яфаланыусыларҙы тергеҙеүгә йүнәлтеләсәк.

Фото №1 - Онкология менән сирләүселәр «Йоматау» шифаханаһында реабилитация үтә ала
Башбат

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ