Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Роберт Зиннәтуллин Александр Ежевский исемендәге Милли премия лауреаты булды. Мәртәбәле конкурсҡа ул яҙғы сәсеү контроле системаһын тәҡдим иткәйне. Башҡортостан аграрийҙарында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан ҡулайлама хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
«Ни сәсһәң, шуны урырһың» тиҙәр, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Роберт Зәйнуллин фәнни асыш яһап, был әйтемгә яңы мәғәнә өҫтәй. Хәҙер яҙғы сәсеү барышын ябай телефон ярҙамында ла күҙәтергә мөмкин. Сәскес торбаһына орлоҡтарҙы иҫәпләүсе датчиктар ҡуйылған, бар мәғлүмәт блютус ярҙамында гаджеттағы ҡушымтаға ебәрелә. Хата барлыҡҡа килһә, ҡыҙыл яҙыу сыға. Проект ил кимәлендә лә юғары баһалана. Яңыраҡ егет Александр Ежевский исемендәге Милли премия менән бүләкләнде. Был конкурс ауыл хужалығы өсөн машиналар йыйыу йүнәлеше буйынса уҡыған студенттар араһында үтә.
Яңы технология кеше факторын юҡҡа сығара. Быға тиклем сәсеү комплексы янында орлоҡтарҙың ҡойолоуын күҙәтеп торорға кәрәк булһа, хәҙер контроль айти-системаға йөкмәтелә. Сит ил аналогтарынан өс-дүрт тапҡырға арзаныраҡ булғанға күрә, был ҡорамал республика фермерҙары араһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Юғары уҡыу йорто белгестәре фекеренсә, киләһе яҙҙан ул киң ҡулланыла башлаясаҡ.
Яңы система бәләкәй фермер хужалыҡтарында киң аналитика алып барыу, ер эшен сифатлы башҡарыу мөмкинлеге бирә. Махсус ҡушымта ярҙамында техниканың тиҙлеге, барлыҡ технология процестары күҙәтеүгә алына. Яҙғы сәсеү ауыл эшсәндәре өсөн яуаплы осор, буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалына. Һанлы технологиялар ҡулланыу иһә эш процессын күпкә еңеләйтә.
Гөлназ Хәйбуллина.




