12 сәғәт эсендә – яңы баҡса

Өфөлә Вордскиллз һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең төбәк этабы башланды. «Ландшафт дизайны» компетенцияһында биш команда көс һынаша, барыһы ла урта махсус уҡыу йорттары студенттары. Улар дүрткә биш метр участкала үҙҙәренең проектын тормошҡа ашырырға тейеш. Эш барышын, хеҙмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлешен федераль белгестәр күҙәтә. Еңеүсе команда республика данын ил кимәлендә яҡлаясаҡ.

Күләмле бәйге Өфө лимонарийы биләмәһендә үтә. Белгестәр билдәләүенсә, тиҙҙән ҡомло участкалар йәшеллеккә күмеләсәк. Бөтә командалар ҙа тигеҙ шарттарҙа эшләй, һәр ҡайһыһында икешәр кеше. Ойоштороусылар уларҙы төрлө декоратив үҫемлектәр, ағас үҫентеләре менән дә тәьмин иткән.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә «Вордскиллз» стандарттары буйынса ярыш мәктәп уҡыусылары араһында ла ойоштороласаҡ. Донъя кимәлендә уҙғарылған сара эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән.

Фото №1 - 12 сәғәт эсендә – яңы баҡса

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ