Вице-премьер Азат Бадранов Башҡортостан Башлығына ошо мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итте.
Республикала полилингваль мәктәптәр арта. 2024 йылға тиклем уларҙың һанын 14-кә еткереү планлаштырыла. Әле бындай белем усаҡтары өсәү. Улар Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта урынлашҡан. Унда башҡорт теле һәм бер нисә сит тел уҡытыла.






