Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтенә янғында зыян күргәндәргә һәм һәләк булғандарҙың туғандарына матди ярҙам күрһәтеү, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына төбәктәге барлыҡ 21 шәхси пансионатты тикшереп сығыу бурысын йөкмәтте. Фажиғә бөгөн төндә Ишбулды ауылында була. Ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт яна, утта 11 кешенең ғүмере өҙөлә. Пансионаттың өс тәрбиәләнеүсеһе дауаханаға оҙатылған, тағы ике кеше ваҡытлыса йәшәү пунктында урынлаштырылған.





