Күргәҙмәгә килеү өсөн шылтыратып алдан яҙылырға кәрәк. Бында конкурс эштәренән күргәҙмә эшләй, 19 макет ҡуйылған. Һәр кемгә оҡшаған өлгөнө билдәләү мөмкинлеге бирелә, ти, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
Рәсәй геройы, 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл Өфөлә Совет майҙанында ҡуйыла.