Ул төбәк ҡаҙнаһы аҡсаһына һатып алынған. Бөгөн Баймаҡ районына эш сәфәре барышында республика етәксеһе дауахана эшмәкәрлеге менән танышты. Радий Хәбиров дауахана хеҙмәткәрҙәре алдында сығыш яһап: “Яңы кабинет - планлаштырылған эштәрҙең бер өлөшө. Киләһе яҙ балалар поликлиникаһы төҙөлөшөн башлайбыҙ. Йыл беҙҙең өсөн бик ауыр булды. Табиптарға ҙур рәхмәт. Киләсәктә барыһы ла яҡшы булырына ышанам”, - тине.
Дауаханала 222 урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар эшләй. Ул 108 пациентты хеҙмәтләндерә ала, поликлиника көнөнә 520 ауырыуҙы ҡабул итә. Ошонда уҡ эпидемиологик хәлгә мониторинг үткәргән КОВИД-19 колл-үҙәк урынлашҡан.





