Үҙенсәлекле тауышлы башҡарыусы “Башҡортостан һандуғасы” булараҡ танылыу яулай. Белгестәр әйтеүенсә, Фәриҙә Ҡудашеваның ижады республика сәнғәтендә тәрән эҙ ҡалдырҙы, башҡорт эстрадаһы үҫешенә ҙур йоғонто яһаны. 1977-1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы етәксеһе булған Рауил Батыргәрәев фекеренсә, халыҡ йырсыһының һәр концерты илебеҙҙең һәр төбәгендә аншлаг менән үтә.
Республикала сәхнә йондоҙҙары Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсин иҫтәлегенә “Ике аҡҡош” конкурсы үткәрелеп килә.