Социаль объект “Мәғариф” милли проекты буйынса төҙөлдө. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан. Ике ҡатлы бина янында спорт майҙансығы булдырылған. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Федор Әхмәҙуллин әйтеүенсә, мәктәп һәм балалар баҡсаһы заман талаптарына йыһазландырылған.
Милли проект буйынса республикала быйыл 30 социаль объект файҙаланыуға тапшырыла.





