Хаҡтар ни өсөн күтәрелә?

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән берлектә бөгөн баш ҡала магазиндары буйлап рейд үткәрҙе. Рейд барышын БСТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте.

Шәкәргә хаҡ ярайһы күтәрелгән. Был магазин кәштәһендә ул уртаса тип билдәләне, депутат. 48 һум. Әлфәрис Байсурин шәкәр ҡомо һатып алырға йыйынмай, республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән берлектә улар рейдта. Оло йәштәгеләр иһә аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнеүен шунда уҡ һиҙгән.

Рейд федераль селтәргә ҡараған һәм республика магазиндары, үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең сауҙа нөктәләре  буйлап үтте. Көнбағыш майы, шәкәр, он, йомортҡа, макарон изделиелары  һәм  башҡа аҙыҡ-түлеккә хаҡтар тикшерелде.

Байрам алдынан хаҡ өҫтәлеү йыш күҙәтелә, ти рейдты ойоштороусылар. Ә был осраҡта ил президентының база продукттары ҡиммәтләнеүенә сик ҡуйырға саҡырыуын да билдәләп үтергә кәрәк. Баҙарҙа был өлкәлә ул тәртип булдырырға ҡушты.

Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы тарафынан төп аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы көйләү буйынса саралар күрелә. Мәҫәлән, шәкәр 46 һумға тиклем төшөргә тейеш, етештереүселәр уны 36 һумдан тәҡдим итә. 20 декабргә тиклем сауҙа селтәрҙәре һәм етештереүселәр араһында килешеү төҙөү ҡаралған. 9 ғинуарҙан көнбағыш экспортына пошлина индерелә. Ваҡлап һатыуҙа көнбағыш май 110 һумдан да артмаҫҡа тейеш, аграрийҙар уны 95 һум тирәһе менән һата. Шулай уҡ киләһе йылдың февраленән бойҙайҙың тоннаһын ситкә сығарыу 25 евроға төшәсәк. Илдә икмәк бешереү предприятиеларына иген һатып алыуға киткән сығымдарҙы компенсациялау ҡаралған.

Фото №1 - Хаҡтар ни өсөн күтәрелә?

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ