Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 155 кешегә артҡан

Һөҙөмтәлә пандемия башланған осорҙан республикала яңы инфекция бөтәһе 16472 кешегә ҡуйылды. Бөгөн стационарҙарҙа 766 пациент дауалана. 52 сирле ауыр хәлдә, уларҙың 10-һы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 2 452 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә.

Тәүлек эсендә сирҙән 94 кеше һауығып сыҡҡан, 2 кеше вафат булған. Республикала Ковид-19 вирусының 107-се һәм 108-се ҡорбандары 68 йәшлек ҡатын менән 80 йәшлек ир. Улар икеһе лә шәкәр диабеты һәм башҡа хроник сирҙәрҙән яфаланған булған.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 155 кешегә артҡан

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ