2011 йылдан киҫкен торған мәсьәлә тик былтыр ғына хәл ителә. Финанс ярҙам Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан күрһәтелгән. Дөйөм проект планы яҡынса 20 миллион һум тәшкил итә.
Уның сиктәрендә 4 ҡатлы медицина учреждениеһында ике лифт эшләнә, таҙартыу ҡоролмаһы ҡуйыла. Тау башында ултырған дауахананың нигеҙе нығытылды. Киләһе йыл биләмәгә асфальт түшәү һәм башҡа төҙөкләндереү саралары ҡаралған.
Әйткәндәй, Бөрйән районында фельдшер-акушерлыҡ пункты мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителә. Йыл аҙағында Иҫке Монасип ауылындағы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Киләһе йыл төбәктең Мәҡсүт ауылында «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы ярҙамында яңы медицина учреждениеһын төҙөү күҙаллана.
Азат Ғәлиуллин.




