Халыҡ урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡабул ителә. Заманса дауалау ҡоролмаларын һатып алыуға бағыусылар ярҙам иткән. Кабинет «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә сафҡа индерелгән.
Теш табибы Тамара Литвинович аҙнаның ике көнөндә Кириллов ауылы халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Ауыҙ ҡыуышлығының сәләмәтлеге тотош организмға йоғонто яһай. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарының төп сәбәбе тәү сиратта тештәрҙең торошона бәйле тип иҫкәртә табип. Шуға ла ауыл халҡы өсөн стоматология кабинеты эшләй башлауы үтә лә мөһим. Эш шарттары һәм ҡорамалдар заман талаптарына яуап бирә.
Өфөнөң Шаҡша биҫтәһе менән Иглин районы үҙәге араһында урынлашҡан Кириллов ауылында 4 меңгә яҡын кеше төпләнгән. Быға тиклем халыҡ теш дауалар өсөн ҡала үҙәгенә йөрөргә мәжбүр булған.
Кириллов ауылында теш табибы кабинетын асыу ҡарары урындағы халыҡ менән осрашыу барышында раҫлана. Әле стоматолог бүлмәһе аҙнаһына ике көн эшләй. Дауалау мотлаҡ медицина страховкаһы нигеҙендә башҡарыла.
13-сө ҡала клиник дауаханаһы етәкселеге билдәләүенсә, Кириллов ауылындағы теш табибының халыҡты ҡабул итеү графигын киләсәктә арттырыу мөмкинлеге лә ҡарала. Барыһы ла, күрһәтелгән хеҙмәттәргә ихтыяжға бәйле буласаҡ.
Рафиҡ Әхмәтшин.




