Бөгөн Халыҡ-ара сәй көнө

1773 йылдың тап 15 декабрендә донъя кимәлендә Сәй индустрияһы хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡтары декларацияһы ҡабул ителгән. Был эсемлек тәүгеләрҙән булып Ҡытайҙа етештерелә башлай, тәүҙә ул дарыу булараҡ ҡулланылған. 17-се быуатта Рәсәйҙә тарала.

 Бөгөнгө байрам Һиндостанда һәм Шри-Ланкала киң уҙғарыла. Башҡортостанда йәшәүселәр араһында ла ул популярлаша бара. Кушнаренко районы Мәмәк ауылы гүзәл заттары милли ризыҡтарҙан өҫтәл әҙерләп, самауыр сәйенә йыйылды. Шифалы үләндәрҙең файҙаһы хаҡында әңгәмә ҡорҙо, йырҙар башҡарҙы.

Фото №1 - Бөгөн Халыҡ-ара сәй көнө

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ