Башҡорт костюмы оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе тип Юлай Ғәлиуллин танылды

«Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе бәйгелә башҡорт ир-егеттәренең традицион кейемдәрен тергеҙеп Гран-при яуланы. Еңеүсегә 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.

Халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған конкурста Рәсәйҙең 10 төбәге һәм биш иленән 300 ҡатнашыусы мең ярымлап эш тәҡдим итте. Улар биш төрлө номинацияла һынау тотто. Тамбурлы, йә иһә ҡайып сигеү сәнғәте эштәр араһында айырым урын биләй. Бигерәк тә ул республиканың төньяҡ-көнсығыш, Силәбе һәм Свердлов өлкәһе башҡорттарында үҫешкән.

Фото №1 - Башҡорт костюмы оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе тип Юлай Ғәлиуллин танылды

Азат Ғәлиуллин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ