Радий Хәбиров Баймаҡ районында булды

Республика башлығы төбәктең сәнәғәт һәм социаль объекттары эшмәкәрлеге менән танышты, ихаталарҙы төҙөкләндереү барышын ҡараны, халыҡ менән аралашты. Тулыраҡ киләһе репортажда.

Баймаҡ ҡалаһының күп ҡатлы йорттары быйыл яңы һулыш кисерә, урында  күп ҡатлы биш йорттоң 16 подъезы ремонтланған. Ике йылдан 85 йыллыҡ юбилейын билдәләгән ҡала өсөн был бик мөһим. Радий Хәбиров киләһе йылда төҙөкләндереүгә 10 миллион һум бүленәсәген белдерҙе.

Баймаҡ дауаханаһы табиптары өсөн дә йыл иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булған. Бында икенсе томограф эшләй башлаған. Табиптар яңы техника менән ҡулланыу үҙенсәлектәренә  Мәскәүгә барып махсус курстарҙа өйрәнгән.

Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Медицина учреждениеһы табиптарға ҡытлыҡ кисерә. Был тәү сиратта торлаҡ проблемаһы менән бәйле. Эш шарттары ла тейешле кимәлдә түгел. Мәҫәлән, Урғаҙа амбулаторияһында ремонт сафҡа индерелгәндән алып үткәрелгәне юҡ. Хәҙер урында яңы медицина объекты төҙөргәме, ғәмәлдәгеһен төҙөкләндерергәме хәл ителә. Ерле халыҡты һыу мәсьәләһе лә борсой. Һыу селтәрҙәре 90 процентҡа иҫкереп сафтан сыҡҡан. Радий Хәбиров халыҡ менән аралашҡанда һыу үткәреүгә 17 миллион һум бүленәсәк тип белдерҙе.

Республика башлығы урындағы физкультура һауыҡтырыу комплексына спорт кәрәк яраҡтарын да алырға ҡушты. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы уҡытыусылары менән осрашыуҙа урта һөнәри белем менән бәйле проблемалар ҙа күтәрелде. Ул артабан ауыл сәғәтендә лә ҡараласаҡ. Был зонаға ҡағылышлы тағы бер мөһим ваҡиға- Республика башлығы юл ремонт идаралығына 19 берәмек техника тапшырҙы. Ҡеүәтле һәм заманса техника Урал аръяғы һәм көньяҡ райондарҙа юлдарҙы төҙөкләндереү менән шөғөлләнәсәк.

Фото №1 - Радий Хәбиров Баймаҡ районында булды

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ