Өфөлә онкологиянан интеккән пациенттарға ярҙам йөҙөнән документаль фильмдар төшөрөлгән. Тарихтар бөтәһе лә ауырыуҙар тормошонан алынған. Кескәй Полинаның тарихы аша нисек ауыр мәлдәрҙә юғалып ҡалмау, төшөнкөлөккә бирелмәү юлдары күрһәтелә. Таҫмалар Андрей Павленко исемендәге грантҡа төшөрөлгән. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Егерме беренсе быуат эпидемияһы. Ҡыҙғанысҡа күрә, геометрик прогрессия буйынса арта, өлкәндәрҙе һәм хатта йәш балаларҙы ла аямай. Хирург-онколог Андрей Павленко ла ике йыл дауамында ашҡаҙанындағы яман шеш менән көрәште. 1 ғинуарҙа социаль селтәрҙәр аша яман шештең уны бөтөнләй сафтан сығарыуы хаҡында хәбәр итте. 5 көндән һуң уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Табиптың ҡатыны һәм өс балаһы тороп ҡалды. Ул һуңғы һулышына тиклем үҙ кисерештәре менән бүлеште һәм яман шеште дауалауҙа үҙе исемендәге фонд аша халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткерелергә тейеш, тип белдерҙе.
Кеше үҙендә ауыр диагноз барлығын белгәндән һуң төшөнкөлөккә бирелмәһен өсөн берҙән-бер сара – ошо сирҙе үҙ башынан үткәргән көслө кешеләр тормошон кинодокументалистика теленә күсереү. Был өлкәлә журналист Светлана Ниғмәтуллина айырыуса уңышлы эшләгән авторҙарҙың береһе. Уның өс фильмы ла табип-онколог Андрей Павленко исемендәге федераль грант сығымдарына төшөрөлә. «Минең исемем Полина» документаль фильмында ҡыҙҙың әсәһе Ольга Гончаренко, исем атаһы Сергей Бакланов һәм уны тере ваҡытында яман шеш менән нисек көрәшеүе шаһиты булған башҡа геройҙар ҡатнаша.
Урыҫ Юрмашы ауылы ғибәҙәтханаһы ҡараусыһы Сергей Бакланов оҙаҡ йылдар медицинала табип-реанимотолог булып эшләй. Үҙ ғүмерендә ул меңәрәлгән кешеләргә «теге донъянан» ҡайтырға ярҙам иткән. Һөнәрен ҡырҡа үҙгәрткәс, яман шеш менән көрәшеүсе балалар һәм өлкәндәр менән эшләй башлай. Ауыр сирҙән интегеүсе балаларҙың хәленә инергә тырыша. Яман шеш менән көрәш ул иң беренсе сиратта үҙ-үҙең менән көрәш, уй-кисерештәреңде тәртипкә килтереү, эске рухи ныҡлыҡ һәм юғары көстән һауығыу хаҡында ялбарыу.
Светлана Ниғмәтуллинаның ҡыҫҡа метражлы документаль фильмы ла онкология тураһында уйҙырма һәм төрлө имеш-мимештәрҙе юҡҡа сығарырға булышлыҡ итә. Яман шеш хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт еткереүсе тетрәндергес фильм йыл аҙағына тулыһынса монтажланып тамашасы хөкөмөнә сығарылыр, тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова.




