Бинаның нигеҙен нығытыу, лифттарҙы алмаштырыу, асфальт түшәү һәм башҡа эштәр ҡаралған. Проект 20 миллион һумға баһалана. Дауахананың баш табибы Илмир Фәтҡуллин һөйләй.
Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау системаһында алдағы йылдарҙа 500-ҙән ашыу яңы объект төҙөү, ике поликлиниканы реконструкциялау, 70 учреждениены капиталь ремонтлау планлаштырыла.





