Республика башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға төҙәтмәләр индерҙе

Республика башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға төҙәтмәләр индерҙе
Фото №1 - Республика башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға төҙәтмәләр индерҙе

Уларға ярашлы, яңы йыл байрамдарында асыҡ һауалағы сараларҙа халыҡ һаны сикләнмәй. 18 ғинуарға тиклем мәҙәниәт йорттары һәм район үҙәктәрендәге ауыл клубтарына эшләргә рөхсәт ителә. Башҡа клубтар хакимиәт ҡарары менән генә асыла. Республика шыршыһы уҙғарылмай, әммә унда ҡатнышырға тейеш булыусылар бүләктәрен ала. Балалар баҡсаларында яңы йыл кисәләре рөхсәт ителә, әммә ата-әсәләр индерелмәй. 18 йәше тулмаған балаларҙың өлкәндәрһеҙ сауҙа йорттарында булыуына тыйыу бөтөрөлдө. Төнгө клубтар һәм дискотекалар элеккесә тыйыла. 65 йәштән өлкәндәргә һәм хроник ауырыуҙарға изоляция тәртибе һаҡлана. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында  урынлаштырылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ