Быйыл Белорет районынан ғына 18 меңгә яҡын ағас республиканан ситкә сығарылған. Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең республика бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан шыршыларын Силәбе, Ырымбур, Рязань, Воронеж өлкәләрендә, Ҡырым республикаһында алалар. Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәр буйынса йыл һайын шыршы ҡырҡыу күләме кәмей бара, был - халыҡтың яһалма ағастарға өҫтөнлөк биреүе менән бәйле.





