Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, техниканы яңыртыу- сәсеүҙе сифатлы башҡарып сығыуҙа төп факторҙың береһе. Был йүнәлештә быйыл байтаҡ эштәр башҡарылған. Хужалыҡтар 9 миллиард һумдан ашыу суммаға 3 мең 150 берәмек яңы техника алған.
Илшат Фазрахманов хужалыҡтарҙы “Росагролизинг” иғлан иткән акцияла әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Уның буйынса техниканы быйылғы хаҡтар һәм ташламалар менән алыу мөмкинлеге бар.





