Ул “Яман шеш ауырыуҙары менән көрәш” проекты буйынса тормошҡа ашырылды. Заманса ҡорамал юғары етештереүсәнлеге менән айырылып тора һәм яман шеш ауырыуы менән сирләгән пациенттарҙы мөмкин тиклем тиҙерәк ҡарау мөмкинлеген бирә, сирҙе ентекле тикшереү өсөн уңайлы. Томограф яман шеш ауырыуын тәүге стадияла асыҡларға һәм ауырыуҙың торошон ентекле күҙәтергә ярҙам итәсәк.





