Сараның маҡсаты – йәштәр араһында эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, заман талабына ярашлы йүнәлештәр үҙләштереү. Баш ҡала лимонарийында “Ландшафт дизайны” буйынса ярыш ойошторолдо. Унда урта махсус уҡыу йорттарынан командалар көс һынашты. Өфө урман хужалығы техникумынан техник эксперт Гөлназ Ихсанова.
Финал һөҙөмтәләре 21 декабрҙә иғлан ителә. Еңеүселәр республика данын ил кимәлендә яҡлаясаҡ.





