Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өс кеше вафат булған. Пандемия башланғандан алып, үлеүселәр һаны 111-гә етте, сирлеләр 16 мең 629 булды. Уҙған тәүлектә 226 кеше коронавирустан һауыҡҡан. 795 пациент дауаханала, 2 мең 351 кеше сирҙе еңел үткәрә һәм өйҙәрендә ҡала.





