Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы компьютер томографы һәм ангиография комплексы менән тәьмин ителгән

Ҡиммәтле техникалар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты ярҙамында алынған. Урал аръяғының баш ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров медицина учреждениеһы эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты, балалар поликлиникаһында булды.

Республика етәксеһе ҡорамалдар өсөн төҙөкләндерелгән махсус бүлмәләрҙе ҡараны. Томограф әле эшләй башлаған да инде. Ангиографты монтажлау эштәре тамамланыу алдында. Уға киләһе йылдың февралендә тейешле лицензия алынғас, аппаратта тәүге пациенттар тикшереләсәк. Быйыл дауаханала офтальмология хеҙмәте йыһазландырылған. Атап әйткәндә, 4 миллион һумдан ашыуға хирургия системаһы ҡайтарылған. Уның ярҙамында 475 операция яһалған. Сибай дауаханаһы нигеҙендә муниципаль-ара офтальмология үҙәге асылды тип әйтергә мөмкин. Белгестәр пациенттарҙы урынға барып ҡабул итә, операция яһай. Башҡортостан Башлығы ошондай үҙәктәрҙе бөтә республика буйынса ойоштороу зарурлығын билдәләне.

Балалар поликлиникаһында быйыл инженерлыҡ селтәрҙәре яңыртылған, бүлмәләр белгестәр өсөн үҙгәртеп ҡоролған. Ошо маҡсатта 10 миллион һумға яҡын аҡса тотонолған, ләкин күҙалланған эштәрҙе тулыһынса тамамлау өсөн был ғына етмәгән. Төбәк етәксеһе өҫтәмә рәүештә өс миллион һум бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Сибайға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров быйыл комплекслы төҙөкләндерелгән ихаталарҙы ҡараны. Республика башлығы Чайковский урамында башҡарылған эштәрҙең сифатын юғары баһаланы. Әле бында махсус япмалы уйын һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырыла. Бер-береһенә кейҙерелеүсе технологияны ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла ҡулланырға мөмкин. Зыян килгән осраҡта айырым участканы тиҙ арала алмаштырырға була.  

Фото №1 - Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы компьютер томографы һәм ангиография комплексы менән тәьмин ителгән

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ