Өфөлә «Устағы бәхет» премияһы булдырылды

Награда ауырға уҙған ҡатындарҙы һаҡлау, яңы тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләү, уларға реанимация, абилитация һәм реабилитация саралары уҙғарыу өлкәһендә юғары уңыштарға ирешкән табиптарға тапшырыла. Бөтәһе 19 номинация булдырылған. Иң яҡшы белгестәрҙе тәбрикләү Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында үтте.

Еңеүселәрҙе республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары етәкселегендә эксперт советы билдәләгән. Премия лауреаттары араһында Өфө, Белорет, Яңауыл, Нефтекама табиптары бар. Табиптарҙың береһе эсе яраланған ауырлы ҡатын менән уның балаһының ғүмерен  ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡан. 

Был һирәк осраҡ. Ләкин көслө командабыҙ ярҙамында әсә менән баланы ҡотҡарып ҡала алдыҡ. Хеҙмәтемде күреп юғары баһалауҙарына бик шатмын. Асылда был беҙҙең көндәлек эш. 

Фото №1 - Өфөлә «Устағы бәхет» премияһы булдырылды

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ