Республика этабында район-ҡалаларҙан ун команда ҡатнаша, улар өсөн экстремаль хәлдәрҙә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, янғын һүндереү кеүек һынауҙар ҡаралған. Ярышта ҡатнашыусылар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина осрашты.
«Вордскиллс» чемпионатында ҡатнашыусы командалар сиратлап «Лабиринт» тип аталған этапты үтә. Сценарий буйынса күп ҡатлы йортта шартлау булған, тиҙ арала плита аҫтында ҡалған кешене ҡотҡарырға кәрәк. Ярышта ҡатнашыусылар шыуышып тигәндәй 25 метр араны үтә. Юлда – ҡаршылыҡтар. Ябыҡ ишектәр, арматура, ағас өйөмдәре. Ваҡыт та сикле. «Ҡотҡарыу эштәре» компетенцияһы буйынса хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешен федераль белгестәр күҙәтә
Халыҡ-ара чемпионаттың төбәк этабына ун команда саҡырылған. Өфөнән тыш, Белорет, Иглин райондарынан да ҡатнашыусылар бар. Уларҙың күбеһе мәктәп уҡыусылары, урта махсус уҡыу йорттары студенттары. Бәйге талаптары буйынса 14-16 һәм 16-22 йәшлектәр айырым көс һынаша. Экстремаль, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә физик әҙерлектәрен күрһәтәләр.
Ярышта авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса этап та ҡаралған. Ҡатыйәрәхәтләнгән водитель һәмпассажирҙы хәүефһеҙ урынға сығарырға кәрәк. Бында һәрбер секунд иҫәптә. Шуға күрә йәш ҡотҡарыусыларҙыңмашина ишектәрен дөрөҫ асып, кешеләргә беренсе ярҙам күрһәтеү оҫталығы баһалана.
Ярыш ике көнгә иҫәпләнгән. Ҡаяға үрмәләү, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, янғын һүндереү кеүек дисциплиналар булды. Шулай уҡ «Һыу аша сығыу ҡулайламаһы» этабы ла ойошторолдо. Ҡатнашыусылар альпинист кәрәк-яраҡтары ярҙамында ике ағас араһын үтте. Сценарий буйынса аҫта йылға аға, ул бик тәрән. Төрлө туристик слеттарҙа, походтарҙа булған үҫмерҙәр был һынауҙы тиҙ һәм уңышлы үтте.
«Ҡотҡарыу эштәре» компетенцияһы буйынса ярыштар тәүге тапҡыр ойошторола, еңеүсе команда Башҡортостан данын ил кимәлендә яҡлаясаҡ. Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәкселеге йәш быуынға ҙур өмөттәр бағлай.
Ҡотҡарыусы һөнәре бик яуаплы, янғын һүндереүсе, водолаз, слесарь, медицина хеҙмәткәре, ғөмүмән, күп яҡлы белгес булырға кәрәк. Ошондай ярыштар аша мәктәп эскәмйәһенән үк юғары профессиональ кадрҙар әҙерләү бурысы ҡуйылған.
Гөлназ Хәйбуллина.




