Республикала ҡабул ителгән ҡануни документҡа ярашлы, 3 ғинуарҙа алкоголь продукцияһын күмәртәләп һатыу тулыһынса, ә 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 2-нән иртәнге 10-ға тиклем тыйыла.
Йәғни, телгә алынған һуңғы өс көндә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеү иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә рөхсәт ителә. Сикләүҙәр йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына ҡағылмай - кафе, ресторандарҙа был көндәрҙә алкоголь ирекле һатыла.
Гөлдәриә Йосопова.




