Кәрим Хәкимовтың тыуыуына – 130 йыл

Бишбүләк районында күренекле Совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы республика форумы үтте. Сарала ғәрәп илдәрендә эшләгән тәүге илсене иҫкә алдылар. Дүсән ауылында тыуып үҫеүсе шәхестең тормош юлына арналған фәнни эштәр авторҙарына махсус бүләктәр тапшырылды. Онлайн форматта үткән хәтер кисәһенә  дипломаттың туғандары, ғалимдар һәм урындағы музей хеҙмәткәрҙәре саҡырылды.

Сәғүд дәүләтендә дипломат итеп тәғәйенләнгән Кәрим Хәкимов ил менән идара иткән хакимдың яҡын дуҫына әйләнә. Заманында яҡташыбыҙ илдәр араһында эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығытып, сауҙа, иҡтисад, медицина өлкәләрендә хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һала. Шәхестең  бай йөкмәткеле биографияһы оҙаҡ йылдар өйрәнелгән булһа ла, белгестәр әле асыҡланып бөтмәгән мәғлүмәт күр булыуын билдәләй.

Фото №1 - Кәрим Хәкимовтың тыуыуына – 130 йыл

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ