Волейбол буйынса ирҙәр донъя чемпионаты логотибы әҙер булды

Халыҡ-ара волейбол федерацияһы 2022 йылда үтәсәк волейбол буйынса ирҙәр донъя чемпионаты логотибын тәҡдим итте.

Мәғлүм булыуынса, чемпионат матчтарын Өфө лә ҡабул итәсәк. Федерациянан хәбәр итеүҙәренсә, логотиптың башҡарыу стиле спортсы һикереүен хәтерләтә. Символикала файҙаланылған төҫтәр чемпионатты ҡабул итеүсе илдәрҙең флагтарын сағылдыра.

Рәсәй өсөн ул ҡыҙыл, аҡ һәм күк, Нидерландта һәм Польшала үтәсәк турнирҙар өсөн ҡыҙғылт-һары, ҡыҙыл һәм аҡ төҫтәр. Донъя чемпионаты биҙәлеше шулай уҡ ҡабул итеүсе ҡалалар өсөн дә айырым эшләнгән. Өфө логотибында Салауат Юлаев һәйкәле менән «Ләлә» мәсете һүрәтләнгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй волейбол буйынса донъя чемпионатын 2022 йылдың 26 авгусынан 11 сентябргә тиклем илдең ун ҡалаһында ҡабул итәсәк. 

Фото №1 - Волейбол буйынса ирҙәр донъя чемпионаты логотибы әҙер булды

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ