Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында яңы бүлек асылды

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында капсула ярҙамында эндооскопик тикшереүҙәр үткәрергә мөмкин. Бүлеккә ремонттан һуң заманса ҡорамалдар ҡайтарылған. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Яңы шарттарҙа – яңы мөмкинлектәр. Ремонт үткәрелгән, заманса яңы ҡорамалдар һатып алынған. Башҡорт дәүләт медицина университетының эндоскопия бүлегендә ашҡаҙан-эсәк юлдарын, трахея һәм бронхыларҙы тикшереү өсөн киң мөмкинлектәр асыла. Иң мөһиме эндоскопия ярҙамында пациентҡа дөрөҫ диагноз ҡуйып буласаҡ. Был процедураларҙы үтәгәндә пациент ауыртыныу һәм уңайһыҙлыҡтар тоймаясаҡ.

Беҙ эндокапсула ярҙамында тикшеренеүҙәр үтәйбеҙ.Уның эсенә бәләкәй генә видеокамера, яҡтыртыу ҡорамалдары, аккумулятор ҡуйылған, Ашҡаҙан-эсәк юлдары буйлапп үткәндә пациент ауыртынмай, капсула тәбиғи ысул менән сыға.

Рәшит Ғәниев, БДМУ клиникаһының эндоскопия бүлеге мөдире

Бындай тикшеренеүҙәр илебеҙҙең алдынғы медицина үҙәктәрендә генә уҙғарыла. Уникаль ҡорамалдар ярҙамында ғәҙәти тикшеренеүҙәрҙән тыш, яңы манипуляциялар ҙа башҡарырға мөмкин. Онкологик һәм ауыр сирҙәргә ҡаршы көрәш өсөн яңы медицина ҡорамалдары һатып алынған. 

Эндоскопия бүлеге белгестәре тарафынан ғына йылына 7 меңдән ашыу тикшеренеү уҙғарыла. Юғары уҡыу йортоноң эндоскопия бүлеге "Һаулыҡ һаҡлау"федераль проектына ярашлы яңыртылған.

Ике ҙур проект – тәүгеһе -йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкологик сирҙәр менән көрәшеү. Был процесс диагностика ысулдарын үҫтереүҙе талап итә, эске органдарҙың, айырыуса ашҡаҙан-эсәк юлдарын һәм бауырҙы тикшергәндә, яҡтыртыу эндоскопияһы яман шеште асыҡлағанда бик мөһим.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры

Бында диагностикалау һәм дауалау үтеүсе пациенттар техник ҡорамалдарҙың теүәллегенән тыш, сирлеләргә яҡшы иғтибар булыуын да билдәләй. Пациенттар фекеренсә, табиптарҙың яҡшы мөнәсәбәте лә тиҙ һауығыуға булышлыҡ итә.

Колоноскопия үтергә килдем. Операцияны ла ошо клиникала яһағайнылар. Ныҡ ҡурҡаҡмын, ә бында табиптар ихлас ҡабул итә һәм тынысландыра белә. Мөнөсәбәт оҡшай.

Лусинэ Нәбиуллина
Башбат

Медицина федераль проект ярҙамында ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Заман технологиялары дауалауға ауыр бирелеүсе сирҙәрҙе башланғыс стадияла  асыҡларға булышлыҡ итә. Был кемдеңдер ғүмерен һаҡларға ярҙам итә.

Фото №1 - Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында яңы бүлек асылды

 Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ