Өфөлә карикатура оҫтаһы Камил Буҙыҡаевтың күргәҙмәһе асылды

Ул Нестеров исемендәге башҡорт художество музейында ойошторолған.

Эштәр быйыл республикала уҙған көнүҙәк ваҡиғаларға, ҡыҙыҡлы шәхестәргә, сәйәсәт, бизнес, мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәренә арналған.Рәссам Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси тормошон сатира аша һүрәтләүе менән ҙур популярлыҡ яуланы. Ул карикатуралары менән халыҡты көлдөрә лә, ә ҡайһы берәүҙәрҙе үпкәләтеп тә ҡуя.

Йыш ҡына чиновниктарҙың хаталарын төрттөрөп күрһәтергә тырыша. Яңы асылған күргәҙәмәгә ижадсы һуңғы йылда төшөрөлгән эштәрен генә һайлап алған.

Фото №1 - Өфөлә карикатура оҫтаһы Камил Буҙыҡаевтың күргәҙмәһе асылды

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ