Сергей Греков Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Был ҡарар бөгөн Өфө ҡалаһы советының сираттан тыш ултырышында ҡабул ителде.

Сергей Николаевичтың кандидатураһы өсөн 27 депутаттың барыһы ла ыңғай тауыш бирҙе. Яңы һайланған етәксе Ишембайҙа тыуһа ла, тормош юлы баш ҡала менән бәйле. Халыҡ һайланыусылары алдында сығыш яһап, ул Өфө ҡалаһының юбилейына бөгөндән үк әҙерләнә башлау, юлдарҙың торошо һәм халыҡ фекеренә таянып эшләү мөһимлеген билдәләне.

Фото №1 - Сергей Греков Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ