Республикала йылына 167 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелә. Ситтән иһә 300 миллиардҡа аҙыҡ-түлек алына. Был иһә ихтыяждан күпкә артыҡ. Сауҙа министры Алексей Гусев фекеренсә, проблеманы хәл итеү өсөн аҙыҡ-түлек кластеры булдырырға кәрәк.
Башҡортостанда аҙыҡ-түлек кластеры булдырыу тураһында документтар әҙер, тине Алексей Гусев.





